Предприятиены модернизациялау өсөн һөттө һәм майҙы төрөү буйынса яңы ҡоролма, шулай уҡ ҡуйыртыу һәм киптереү ҡорамалдары һатып алырға кәрәк. Инвестицияның дөйөм күләме - 450 миллион һум.
БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов комбинаттың тотороҡло эшен билдәләп, бизнесты үҫтереү сиктәрендә “Росмол” компанияһына сеймал һатып алыу буйынса республика хужалыҡтары менән бәйләнеште яйға һалырға ҡушты.
Дәүләт яғынан ярҙам саралары итеп, инвестиция комитеты проектҡа һалым ташламалары биреүҙе, шулай уҡ БР Ауыл хужалығы министрлығы яғынан ҡорамалдар һатып алғанда сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы хупланы.
Ултырыш барышында Мәләүез районы Салауат исемендәге колхоздың инвестпроекты ҡаралды һәм хуплау тапты. Хужалыҡ һауымды арттырып, көнөнә 20 тонна һөт алырға, 210 гектарға өр-яңы һуғарыу системаһы төҙөргә һәм юғары технологиялы техника алырға ниәтләй. Яҡын арала Воскресенск ауылында 400 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһын файҙаланыуға тапшырырға уйлайҙар.