Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2020, 10:00

Инорста – яңы бассейн

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыКисә Өфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһендә бассейн асылды. Ул Төхвәт Йәнәби бульварында урынлашҡан. Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса республикала киләсәктә 3-4 йыл эсендә тағы ла 16 бассейн асыу планлаштырыла, тип белдерҙе Андрей Назаров.
- Республика халҡы спорт менән шөғөлләнһен өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Төбәктең мәртәбәһен күтәрергә, республика халҡына спортта лидер һәм олимпия чемпиондары булырға мөмкинлектәр биргән етерлек күләмдә уникаль спорт һарайҙары һәм башҡа объекттар төҙөйәсәкбеҙ, - тип өҫтәне беренсе вице-премьер.
Бассейндың асылыуын белдереп, традиция буйынса тәүге йөҙөү ойошторолдо.
Бында бер сменала 48 кеше шөғөлләнә ала, бассейн 10х25 метр ҙурлығында, ә дөйөм майҙаны - 3 мең кв.м.
Бассейн заманса һыу таҙартыу системаһы, душ, сисенеү бүлмәләре менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ гардероб, табип, тренерҙар, персоналдар бүлмәләре, 100 урынлыҡ трибуна урынлашҡан.
Бассейн уҡыу-күнекмәләр үткәреү, балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү һәм төбәк кимәлендәге ярыштар ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән.
Читайте нас: