Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2020, 10:00

Онкодиспансерҙың яңы корпусы ҡасан асыла?

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары2017 йылдың көҙөндә Өфөлә туғыҙ ҡатлы комплекс төҙөлә башлағайны.

5 февралдә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Андрей Назаров төҙөлөш майҙанын барып ҡарағандан һуң, подрядсыларҙың төҙөлөштө март аҙағына тамамлаясаҡтары билдәле булды. Һуңынан ҡорамалдар һатып алып, уларҙы урынлаштырыу эштәре башланасаҡ. Йәй башынан яңы корпус тулы көскә эшләй башлаясаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр.
Проект буйынса диспансерҙа ауырыуҙар өсөн 240 урын булдырыла, ә поликлиника көнөнә 450 кешене ҡабул итәсәк.
Төҙөлөшкә 1 миллиард һум кәрәк булһа, ҡорамалдар һатып алыу өсөн 929 миллиард һум китәсәк. Шулай уҡ был социаль проектҡа федераль бюджеттан 685 миллион һум бүленә. Комплекс “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: Госстрой РБ.
Читайте нас: