Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль 2020, 11:00

Былтыр республикала 46,2 мең ипотека кредиты бирелгән

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыМилли проекттың «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» бүлегендә ипотекаға айырым урын бирелә. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы торлаҡ кредиты биреү буйынса Рәсәйҙең биш иң яҡшы төбәгенә ингән.

Тәүге урында - Мәскәү ҡалаһы. Унда 80,8 мең ипотека займы бирелгән, ә Мәскәү өлкәһендә - 71,4 мең кеше, Санкт-Петербургта 64 мең кеше кредитҡа торлаҡ һатып алған. 4-се урында – Төмән өлкәһе (52,6 мең кеше), Башҡортостан иһә бишенсе урында килә. Бында 46, 2 мең ипотека кредиты бирелгән.
Рәсәйҙә ипотека кредитының уртаса суммаһы 2,24 миллион һум тәшкил иткән. Шулай уҡ былтыр декабрҙә йыллыҡ кредит ставкаһы 9 процентҡа төшкән. Ә ипотека кредиты уртаса 18,2 йылға бирелгән.
Читайте нас: