Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2020, 10:30

Республикала йәштәр лагеры ойошторола

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан “Йылға таңдары” шифахана-профилакторийы нигеҙендә эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтереү буйынса йәштәр лагерын ойоштороу күҙаллана.

Был мәсьәлә Башҡортостан Хөкүмәтендәге ултырышта ҡаралды. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, йәштәр бында эшҡыуарлыҡ, финанс ғилеме, тележурналистика, блогерлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, шулай уҡ театр һәм телмәр сәнғәте, эшлеклелек этикеты кеүек темаларға иғтибар биреләсәк.

Лагерь уҡыусыларға эшҡыуарлыҡ һәләттәрен үҫтерергә, ысын эшҡыуарҙарҙың, уҡытыусы-практиктарҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, алған белемде файҙаланып, тәүге һөҙөмтәләргә өлгәшергә һәм киләсәктә һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.

Халыҡ-ара лагерҙы ойоштороу Башҡортостанда “Мәғариф” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: