Был дүрт ҡатлы бина 1991 йылда төҙөлгән, ул 30 мең кешене хеҙмәтләндерә. Бында сменаһына 480 пациентты ҡабул итәсәктәр.
"Медицина ойошмалары балалар поликлиникаларының һәм поликлиника бүлектәренең матди-техник базаһын үҫтереү " ведомство маҡсатлы программаһы сиктәрендә ремонт эштәренә 41 миллион һум аҡса бүленгән.
2018 йыл дауамында поликлиникала ишек блоктары, рентгенология кабинетының елләтеү системаһы һәм коляскалар ҡуя торған урын ремонтланған. Ә 2019 йылда бинаның ҡыйығы яңыртылған, учреждениеның биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Янғынға ҡаршы саралар күрелгән, лифт, елләтеү, һыу һәм йылылыҡ системалары алмаштырылған. Уның фасады ла яңыртылған.
Әлеге ваҡытта поликлиниканың дүрт ҡаты ла санитар талаптарға яуап бирә. Компьютер техникаһы, йыһаздар, яңы офтальмология ҡорамалдары, рентгенаппарат һәм ЛОР-комбайн һатып алынған. Былар барыһы ла балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.
Фото Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.