Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Февраль 2020, 10:30

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре арта

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урында тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында, Ханти-Манси автономиялы округында барлыҡҡа киләсәк. Улар Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары исемлегенә инәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығына 2020 йылдың 1 февраленән башлап, йыл һайын тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә 15,4 миллион һум аҡса бүлеп биреү йөкмәтелде.

Былар барыһы ла “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото kulturarb.ru

Читайте нас: