Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль 2020, 12:00

Киләсәккә пландар ҡабул ителде

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында коллегия ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалып, киләсәккә пландар ҡабул ителде.

Министр Урал Искәндәров үҙенең сығышында республикала экологик хәлде яҡшыртыу өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. 2019 йылдың 1 ғинуарынан республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте һәм төбәк операторҙары эшкә тотондо. Былтыр ике миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ сығарылған, аҙна һайын 500 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу хеҙмәте менән республика халҡының 97 проценты файҙалана.

Һуңғы биш йыл эсендә атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләрҙе сығарыу күләме тотороҡло кимәлдә һаҡланған. Былтыр был күрһәткес 930 мең тонна тәшкил иткән. Уларҙы кәметеү маҡсатында предприятиелар 60-тан ашыу һауа таҙартыу сараһы үткәргән.

Йыл дауамында 194 дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ табыу осрағы теркәлгән, 375 тапҡыр ҡалдыҡтарҙы рөхсәт ителмәгән ергә ташлағандар. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡаплатыу өсөн 102 материал әҙерләнгән (штраф күләме 199,4 миллион һум).

Коллегия ултырышында шулай уҡ эсәр һыу сифаты тураһында ла һүҙ булды. Көсөргәнеш ҙур булһа ла, республиканың һыу объекттарында һыу сифаты күп йылдар дауамында тотороҡло кимәлдә һаҡлана. Һыуҙы күберәк торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары бысрата (58,34 процент). Икенсе урында химия предприятиелары – 24,73 процент, өсөнсө урында яғыулыҡ тармағы предприятиелары килә – 4,86 процент. Һыу объекттарына килтерелгән зыянды кәметеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 700,00 миллион һум аҡса тотонолған.

Дөйөм алғанда, 2019 йылда министрлыҡтың эше ҡәнәғәтләндерерлек тип баһалана. Сығышы аҙағында Урал Искәндәров киләһе йылға пландар тураһында һөйләне. “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу 2020 йылдың төп эше буласаҡ. Атап әйткәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә заманса инфраструктураны үҫтереү, экологик мониторинг системаһын камиллаштырыу һәм бөтә урындарҙа ла сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу буйынса эштәр планлаштырыла.


Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Читайте нас: