Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2020, 11:17

Стәрлетамаҡта ветеринария хеҙмәте автоматлаштырыла

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостан тәүгеләрҙән булып ветеринар участкалар өсөн шәхси кеҫә компьютеры менән йыһазландырыла

Проект тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырыла. Прибор берәҙәк хайуандар менән көрәшергә һәм малдарҙың электрон базаһын булдырырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.
Бер төймәгә баҫып мал тураһында мәғлүмәт алырға була. Стәрлетамаҡ ветеринар участкалары шәхси кеҫә компьютеры ярҙамында малдың паспортын, прививкаларын тикшерергә була. Был яңылыҡ эште күпкә еңеләйтә.
Проекттың төп маҡсаты - ветеринария хеҙмәтен автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу. Ҡулайлама ярҙамында юғалған малдарҙы, йорт хайуандарының хужаларын табырға мөмкин.
Быға тиклем биркалағы штрих-кодты сканер аша үткәрергә, артабан стационар компьютер аша мәғлүмәтте ҡарарға мөмкин ине. Хәҙер смартфонды хәтерләткән прибор ветеринарҙарға малдарҙы үҙаллы теркәргә, вакциналарын тикшерергә ярҙам итә. Шулай уҡ онлайн режимда малдарҙың йөрөгән урынын күҙәтеп торорға ла мөмкин.
Прибор менән бергә принтер ҙа һатып алына. Бындай комплект 40 мең һумға тиклем барып етә. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ветеринар хеҙмәткәрҙәре 10 шәхсән компьютер менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ 521 ветеринар участкаһы заманса ҡулайлама менән йыһазландырыласаҡ.
Фото: БСТ каналынан алынды.
Читайте нас: