Ултырышта йәш әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды.
Декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем биреү йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеге биргән махсус программа “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Унда рәсми эш урыны булған, өс йәшкә тиклем бала ҡарау ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
2020 йылда өс йәшкә тиклемге балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген биреү өсөн 75,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шуның 72,6 миллион һумы федераль бюджеттан алынасаҡ. Үткән йылда был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 3,8 миллион һум аҡса тотонолған, 545 йәш әсә белем алған.