Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" проектын һынау ноябрҙә үк башланғайны. Документ өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә балалар баҡсаһында урын алыу һәм мәктәпкәсә белем биреүҙә шәхси секторға ярҙам итеү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләнгән.
Сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән өс йәшкә тиклемге балаларға шәхси ойошмала урын алыу хоҡуғы бирә. Сертификаттың хаҡы айына бер бала өсөн 6 мең һум тәшкил итә. Улар республика һәм урындағы бюджеттарҙан шәхси балалар баҡсаларына күсә. Ә ата-әсәләр бала өсөн айына 2 476 һум түләй.
Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта 200 сертификат бирелгән дә инде. Был проектҡа дүрт шәхси балалар баҡсаһы ҡушылған, 1 апрелгә тағы ла ике балалар баҡсаһы ҡушыласаҡ.
Шулай уҡ был проектты яңы уҡыу йылы башынан киңәйтеү көтөлә. Проектҡа Өфө һәм Өфө районының 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы ҡушылырға ниәтләй. Иглин районы хакимиәте менән дә эш алып барыла. Унда ике йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн балалар баҡсаларына ихтыяж ҙур.
Министр урынбаҫары шулай уҡ сертификаттар биреү өсөн сығымдар 14, 4 миллион һум тәшкил итеүен, ә 200 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө 200 миллион һумға төшөүен билдәләп үтте.