Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2020, 15:10

Ҡанбабаларыбыҙҙан сәләм

Иң тәүге дөйөм халыҡ иҫәбен алыу Рәсәйҙә 1897 йылда булған. Ошоға бәйле материал осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған. Хәҙер шулар буйынса Ырыу шәжәрәһен тергеҙәләр.

Беҙҙең илдә халыҡ иҫәбен алыу Рәсәй Империяһының барлыҡ территорияһында 1897 йылдың 9 февралендә уҙғарылған. Бөтә халыҡ үҙҙәренең йәшәйеше, ҡайһы ҡатламға ҡарауы, ниндәй дин тотоуы һәм кәсеп төрө тураһында һорауҙарға яуап биргән.
Император Николай II иҫәп алыу ҡағыҙының «Кәсеп төрө» графаһында үҙен: «Урыҫ ере хужаһы», ә «Өҫтәмә шөғөл» графаһында - «Ер биләүсе» тип күрһәткән.
Хәҙер ул саҡтағы иҫәп алыу материалдары – XIX быуат аҙағындағы Рәсәй тураһындағы статистик мәғлүмәттең берҙән-бер дөрөҫ сығанағы. Мәҫәлән, ул ваҡытта Рәсәйҙә 125,7 миллион кеше йәшәгән.
Иҫәп алыу мәғлүмәттәрен һигеҙ йылдан ашыу эшкәрткәндәр, йомғаҡтарын 117 томда баҫтырып сығарғандар.
Ул саҡтағы иҫәп алыу хәҙерге замандағы иҫәп алыуҙан мөһим айырылып торған: һәр респондент үҙ исемен генә түгел, хатта ҡушаматын да күрһәткән.
Мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәндән һуң иҫәп алыу ҡағыҙҙары юҡҡа сығарылырға тейеш булған, әммә бөтә губерналарҙа ла улай эшләмәгәндәр. Һуғыштар һәм ихтилалдар приказды үтәргә ҡамасаулаған. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарының бер өлөшөн һуңғараҡ архивтарҙа тапҡандар.
Уникаль документтарҙан беҙ 1897 йылда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ тураһында күп нәмәләр белә алабыҙ. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы мәғлүмәттәр ырыу шәжәрәһен тергеҙеү менән шөғөлләнгән тарихсылар һәм белгестәр өсөн айырыуса әһәмиәтле.
XX быуатта уҡ бөтә иҫәп алыуҙар ҙа шәхси үҙенсәлектәрҙе юҡҡа сығарған һәм шәжәрәне юллау өсөн яраҡлы түгел. Статистиктар шәхси үҙенсәлектәре юҡҡа сығарылған мәғлүмәттәрҙе йыйған, ә иҫәп алыу ҡағыҙҙары иҫәп алыу һөҙөмтәләре баҫылып сыҡҡандан һуң уҡ юҡҡа сығарылған.
2020 йылғы Бөтә Рәсәй һанлы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла шәхси үҙенсәлектәр булмаясаҡ. «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында»ғы законға ярашлы, иҫәп алыу ҡағыҙында булған мәғлүмәттәргә рөхсәт алыу сикләнелә, улар тураһында хәбәр таратырға ярамай һәм фәҡәт рәсми статистик мәғлүмәт булдырыу маҡсатында ғына ҡулланыла.
Генеалогик тикшеренеүҙәр өлкәһендәге эксперт Юлия Новожилова иҫәп алыу тураһында бына нимә ти: «Халыҡ иҫәбен алыуҙың дауам итеүе шәп. Хәҙерге халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙары ла 1897 йылдағы һымаҡ булһа икән дә бит. Эшкәрткәндән һуң юҡҡа сығармаһындар ине, ә йәшереп тотһондар һәм 100–200 йылдан һуң үҙ тамырҙары тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар архив-мәғлүмәт системаһы аша үҙҙәренең ата-бабаларының һөнәре, йәғни беҙҙең турала ентекләп белерҙәр ине».
Нисек кенә булмаһын, 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу беҙҙең вариҫтарыбыҙға шәжәрә төҙөүҙә ярҙам итә алмаясаҡ, уның ҡарауы алда торған ун йылда илдәге һәр кешеһенең киләсәген планлаштырыу өсөн файҙалы буласаҡ.
Роза САФИНА.
Читайте нас: