Был күрһәткес Рәсәй буйынса 0,3 процентҡа артҡан, ә Волга буйы федераль округында, киреһенсә, 5,2 процентҡа кәмегән.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса республика турбодвигателдәр һәм газ турбиналары (32 процент), карбонаттар (46,3 процент), поливинилхлорид (14,1 процент) экспорты буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында килә. Шулай уҡ Башҡортостан - “Агидол” фенол антиоксиданттарын һәм терефтал кислотаһын сығара торған берҙән-бер төбәк.
Ә арзан минераль сеймалды сит илгә һатыу 66,3 процентҡа, рудаларҙы экспортҡа ебәреү 3,2 процентҡа артҡан.