Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрелде.
Унда Башҡортостандан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Республика онкология диспансерынан Ғәҙел Измайлов, министрлыҡ вәкилдәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яман сир менән көрәштә ирешелгән күрһәткестәрҙе тикшереп, быйылға маҡсаттар билдәләне.
Башҡортостанда үткән йылда дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге булдырылған, киләһе йылға тиклем үҙәктәрҙе 13 күп профилле медицина ойошмаһы нигеҙендә булдырырға ниәтләйҙәр.
2019 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика онкодиспансерына рентген диагностикаһы комплексы, видеобронхоскоп, компьютер томографы, маммография рентген аппараты һәм микроскоптар һатып алынған.
Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү ҙә тамамланыу өҫтөндә. Унда поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һәм торакоабдоминаль бүлектәрҙе асыу күҙаллана.
Фото: health.bashkortostan.ru