Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2020, 11:00

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтелә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспубликала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирелә. Шунлыҡтан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты эшҡыуарҙарҙы арттырыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн проектҡа 4,8 миллиард һум аҡса бүленә.

Был проект бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн финанс яҡтан ярҙам алырға һәм ташламалы финанслауҙан файҙаланырға мөминлек бирә, шулай уҡ бизнесты үҫтереүгә һәм фермерҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Биш йылда 10 меңдән ашыу урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы дәүләт тарафынан финанс ярҙамы аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән муниципалитетта эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлаусы бизнес-шерифтар булдырылды. Уларҙың бурысы бизнесмендарға ярҙам итеү генә түгел, шулай уҡ муниципалитетта эшлекле һәм инвестицион климат булдырыу ҙа.

Эшҡыуарлыҡ менән яңы шөғөлләнә башлаусыларға ярҙам итеү йөҙөнән былтыр май айында Өфөлә “Минең бизнесым” үҙәге асылды. Унда төрлө төрҙәге дәүләт ярҙамы күрһәтелә, шулай уҡ консультациялар, микрозаймдар алырға, эшҡыуарлыҡты теркәргә мөмкин. Ошондай уҡ үҙәк Нефтекама ҡалаһында ла төҙөләсәк.

Фото: zen.yandex.com

Читайте нас: