Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2020, 11:00

Республикала төҙөлөш йылдам бара

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспублика Хөкүмәте Президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уны хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы. Ултырышта 2019 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Андрей Назаров һөйләүенсә, үткән йыл республикала төҙөлөш йылдам барған, күп кенә социаль объекттар сафҡа индерелгән. Мәҫәлән, 21 мәктәп, 22 балалар аҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 33 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 5 ауыл мәҙәниәт йорто эшләй башлаған. Шулай уҡ 185 йәмәғәт биләмәләре, йәғни парктар, скверҙар, башҡа ял итеү урындары төҙөкләндерелгән.

Республикала бындай масштабтағы төҙөлөштәр күп йылдар булғаны юҡ ине әле”, - тип билдәләне вице-премьер.

Милли проекттарҙың күбеһе буйынса ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелһә лә, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса артта ҡалабыҙ. Бигерәк тә тыуым һәм торлаҡты сафҡа индереү буйынса күрһәткестәр ҡыуанырлыҡ түгел, тип билдәләне Андрей Назаров. Шуға ла эшкә яуаплы ҡарарға кәрәк, тине вице-премьер.

Республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн район һәм ҡала хакимиәттәре менән бәйләнеш булдырырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Фото: pravitelstvorb.ru

Читайте нас: