Бында музыка ҡоралдарында уйнау һәм хор өсөн тауыш изоляцияһы булған кабинеттар, бейеү кластары буласаҡ. Шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы мөхит булдырылған, лифттар эшләйәсәк.
Быйыл Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында - 100, Миәкә районының Ҡырғыҙ Миәкә ауылында 120 урынлыҡ музыка мәктәптәренең төҙөлөшө проектлана.
Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына бәйле, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: utv.ru