БР Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда бер төрлө мәктәп формалары булдырыу, мәктәп уҡыусылары араһында ла диспансерлаштырыу үткәреү, балалар стоматологияһын булдырыу, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы яҡшыртыу, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ.
Бында мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, ата-әсәләр – йәмғеһе 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Форумда алған тәжрибәләр киләсәктә уларға ҙур ярҙам буласаҡ.