Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2020, 10:30

Башҡортостанда «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты 86,8 процентҡа үтәлгән

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында бының төп сәбәптәрен атанылар. Республикала милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса шәхси яуаплылыҡ индерелә.

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренә буйынса, «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты өс төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла: «Республикала йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондының тотороҡло кәмеүен тәьмин итеү», «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» һәм «Башҡортостан торлағы» проекттары.

Тәүге ике проект буйынса 2019 йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. Өсөнсөһө буйынса төп күрһәткес торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға бәйле. 2,7 миллион квадрат метр план күрһәткесе 86,8 процентҡа үтәлгән. Бының сәбәбе – халыҡта һатып алыу ихтыяжының кәмеүе, тип билдәләй белгестәр.

Хөкүмәт вице-премьеры Рәиф Әбдрәхимов коллегияла, торлаҡ тапшырыу буйынса план күрһәткестәрен Рәсәй Президенты билдәләне, уларҙы бер кем дә ғәмәлдән сығара алмай, тине. Ул шулай уҡ «Третий трест», «Первый трест», КПД кеүек эре төҙөлөш ойошмаларына 2024 йылға тиклем торлаҡ тапшырыу планына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте һәм ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Фото: РБК Уфа

Читайте нас: