Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2020, 10:30

Стәрлетамаҡ йәшәйеш буйынса – 27-се баҫҡыста

#миллипроекттар#төбәкпроекттар#Башҡортостанпроекттары2019 йылда Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡала мөхитенең сифат индексын баһаланы. Һөҙөмтәләр буйынса эре ҡалалар төркөмөндә Стәрлетамаҡ Башҡортостан Торлаҡ- коммуналь хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Ведомство белгестәре 1114 ҡала мөхите торошо индексын иҫәпләгән. Ҡалабыҙ үҙ төркөмөндә 188 балл менән 27-се баҫҡыста килә. Стәрлетамаҡта торлаҡ һәм эргә-тирәһендәге урындар, йәмәғәтселек- эшлекле инфраструктура һәм эргә-тирәһендәге урындар, дөйөм ҡала ерҙәре буйынса иң күп балл йыйылған. Ҡала мөхите 36 критерий буйынса, йәғни хәүефһеҙлеккә, уңайлылыҡҡа, экологияға һәм сәләмәтлеккә, оҡшашлыҡҡа һәм төрлөлөккә, замансалыҡҡа һәм идара итеүҙең әһәмиәтлелегенә ҡарап баһаланған.
РФ Президентының май указдарына ярашлы, ҡала мөхитенә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының бер өлөшө булараҡ баһа бирелде.
Читайте нас: