Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2020, 10:30

Ҡасан таҙа һыу эсә башларбыҙ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостанда таҙа эсәр һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә лә һүҙ алып барҙы.

Бөгөнгө көндә республиканың ярты миллиондан ашыу халҡы сифатһыҙ һыу эсергә мәжбүр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан халҡының 87, 6 проценты ғына эсәргә яраҡлы һыу менән тәьмин ителгән.

Башҡортостанда 2024 йылға халыҡтың 92,5 проценты таҙа һыу менән тәьмин ителәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр. Был маҡсатҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проектына ингән “Таҙа һыу” программаһын тормошҡа ашырыуға ҡаҙнанан 4,25 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Әлеге ваҡытта таҙа һыу проблемаһын Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында, Әлшәй, Благовар, Иглин, Туймазы, Кушнаренко, Шишмә райондарында хәл итәһе бар. Бының өсөн республика Хөкүмәте һыу башнялары төҙөргә планлаштыра. Быйыл республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға Борай һәм Асҡын райондарында өс башня сафҡа инәсәк. Туймазыла һыу менән тәьмин итеүсе ете объект төҙөләсәк. Шулай уҡ Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө һ.б. райондарҙа тағы ла 18 башня төҙөргә ниәтләйҙәр.

Фото: newsib.ru
Читайте нас: