Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Март 2020, 10:30

Башҡортостандан биш ҡала грантҡа эйә булды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБыйыл бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың биш ҡалаһы грантҡа эйә булды.

Бына улар: Мәләүез, Яңауыл, Ағиҙел, Дүртөйлө, Николо-Березовка район үҙәге. Дөйөм сумма – 400 миллион һум.

Гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға бәйле “Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты сиктәрендә бирелде.

Был аҡсаға тарихи ансамблдәр һәм үҙәктәр проекты тормошҡа ашырыласаҡ, шулай уҡ велосипед маршруты, парк, йәмәғәтселек үҙәге, йәштәр өсөн майҙансыҡ, тимер юл аша йәйәүлеләр күпере төҙөләсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә еңеүселәрҙе ҡотланы ла инде.

Әйткәндәй, быйыл бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсына иң күп ғаризаларҙы (11-әр ғариза) Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе биргән булған.

Фото: визуализация проекта


Читайте нас: