Районыбыҙҙа был сара беренсе тапҡыр үткәрелде. Сарала Өфөнән килгән ҡунаҡтар – башҡорт журналисы, яҙыусы,
“Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире, РФ һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы,
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире
Венер Айҙар улы Исхаҡов һәм Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы, филология фәндәре кандидаты Илүзә Рәис ҡыҙы Ҡарағолова ҡатнашты.