Рәсәй экспорт үҙәге 2019 йылға йомғаҡ яһап, рейтинг төҙөгән. Бында төбәктәге экспортҡа ярҙам итеү, яңы экспортҡа сығарыусылар һаны, экспортҡа ташыу күләме һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан, Мәскәү өлкәһенән һәм Алтай крайынан ғына ҡалышып, өсөнсө урында килә. Республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 114 предприятие-ойошма үҙ продукцияһын экспортҡа сығарған, экспорт менән бәйле 170-тән ашыу килешеү төҙөгән.
Былар барыһы ла “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше”, “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәттәренең үҫеше” төбәк проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған.
Былтыр экспортҡа сығарыу өсөн ярҙам күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.