Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2020, 10:30

ИЛ БАШЛЫҒЫ МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫУ БАРЫШЫ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНДЫ

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыВладимир Путин Кремлдә вице-премьер Марат Хөснуллин менән осрашты. Осрашыу барышында илдә милли проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса һөйләшеү булды.

Рәсәйҙә социаль-иҡтисади үҫеш буйынса артта ҡалыусы 10 төбәк өҫтәмә ярҙам аласағы тураһында хәбәр итте Марат Хөснуллин.
Уның һүҙҙәре буйынса, Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуға бәйле торлаҡһыҙ тороп ҡалғандарға ла өҫтәмә ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Был маҡсатта 3 миллиард һум аҡса бүленә. Бында шулай уҡ милли проекттарҙы финанслау тураһында ла һүҙ барҙы.
- Проекттар буйынса эшкә тулыһынса тотондоҡ, сөнки был – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөнгө көндә проекттар финансланған, көн һайын төбәктәр менән дә кемгә нимә етмәгәнлеген тикшереп торабыҙ, - тине вице-премьер.
Рәсәй Президенты вице-премьерҙан эш барышында ҡатмарлыҡтар булыу-булмауы менән дә ҡыҙыҡһынды.
- Килеп тыуған көндәлек ҡатмарлыҡтарҙан ваҡытында арынырға тырышабыҙ, барлыҡ аҡсалар ҙа бүленгән, проекттарҙы тормошҡа ашырырға ғына кәрәк. Бөтәһе лә уңышлы үтәлер, тип уйлайым, - тип яуапланы Марат Хөснуллин.
Фото: visualrian.ru
Читайте нас в