Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2020, 10:30

Дәүләкәндә бәшмәк үҫтерәсәктәр

#миллипроектта#төбәкпроекттарыДәүләкән районында голландия технологияһы буйынса шампиньондар үҫтерәсәктәр. Республика йортонда үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Джиэрэр Агро” компанияһының бәшмәк үҫтереү фермаһын булдырыу тураһындағы проектын хупланылар.

Бында йsлына 4,6 мең тонна бәшмәк үҫтерергә планлаштыралар. Проект 600 миллион һумға төшәсәк. Етештереү майҙанында әҙерлек эштәре башланған. Был проектты өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индереү инвесторҙарға һалым түләгәндә льготалар, йыһаздар һатып алғанда субсидиялар алырға мөмкинлек бирәсәк.
Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башинформ.
Фото Agrobilim.kz
Читайте нас: