Луиза менән Гөлсөм декрет ялында ултырғанда таныша. Балалар менән урамда ял итергә, уйнарға бергә сығып, осрашып йөрөгәндә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған темаларға һөйләшеп йөрөй торғас, уларҙың донъяға булған ҡараштары, фекерҙәрҙең тап килеүе дуҫлыҡты йәнә лә нығыта, араларҙы яҡынайта. Һәм улар инде ғаиләләр менән яҡындан аралашып, ныҡлы дуҫлашып китә. Гел генә ғаилә мәшәҡәттәренә күмелеп ултырһаң, өйҙә ултырыу ялҡыта башлай. Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ ҡул эше менән булырға тейеш, тигән ҡарарға килә йәш ҡатындар. Ижади эҙләнеүсән ҡатындар, үҙҙәрен төрлө шөғөлдәрҙә һынап ҡарағандан һуң, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре, селтәр (ҡашмау, яға, һаҡал), сәсүрмес яһау һәм башҡа шундай милли ҡул эштәренә ныҡлап тотона. Идеялар күп, тик эште башлап ебәрергә һәм үҫтерергә генә кәрәк, ти ҡыҙҙар бер тауыштан.
Луиза Закир ҡыҙы – Федоровка районы Яңы Яуыш ауылынан, юрматы ырыуы ҡыҙы булып сыҡты. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп төркөмөн тамамлаған. Ғәрәп телен һәм алфавитын үҙләштергән.
- Әсәйемдең әсәһе Миңлевафа өләсәйемә 92 йәш, шулай булһа ла ул: “Ваҡытында уҡыу эләкмәне. Теге донъяға барғас, ғәрәп телен белмәгән кешегә талаптар ҡаты, ғәрәп телен өйрәнергә уҡырға барам”, тип ултыра, - тип тә әйтеп алды әңгәмәсем һүҙ ыңғайында.
Луиза Стәрлетамаҡта миграция үҙәгендә эшләй. Мигранттарҙан рус теле, тарих һәм хоҡуҡ буйынса комплекслы имтихандар ҡабул итә. “Ситтән килгән мигранттар эшкә урынлашыр өсөн мотлаҡ русса белергә тейеш. Күбеһенсә беҙгә үзбәк, әзербайжан, тажик, ғәрәп, вьетнам, украиндар килә”, - ти ул. Әйткәндәй, Луизаның тормош иптәше Наил, башҡа бик күп башҡорт ирҙәре кеүек, алыҫ тарафтарҙа аҡса эшләй.
- Балалар менән декрет отпускыһында ултырғанда нимә менән дә булһа шөғөлләнеү теләге тыуҙы, - ти Луиза. – Башта һабын ҡайнатыу шөғөлө менән ҡыҙыҡһындым, төрлө хуш еҫле һабындар эшләп ҡараным. Бер аҙ ваҡыттан ғәрәпсә хәрефтәр менән доғалар яҙып сигеү эшенә тотоноп киттем. Ә унан һуң инде башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен ныҡлап өйрәнергә булдым, үҙем дә селтәр, яға кеүек биҙәүестәр яһай башланым. Ҡул эшенә маһирлыҡ әсәйемдән килә, - ти оҫта. – Ҡул эше – йөрәккә файҙалы, йәнде тынысландыра.
- Был шөғөл – электән күңелдә йөрөгән, ҡандан күсә килгән эш, - тип әйтеп ҡуя әңгәмәсем. - Боронғо ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре 6-7 килограмм ауырлығында булған. Боронғо традицион биҙәүестәрҙең элементтарын мотлаҡ һаҡларға кәрәк. Булғас-булғас, ғорурланып кейеп йөрөрлөк булһын! Селтәрҙәге һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар. Әйтәйек, селтәрҙәге кәрәҙ формаһы башҡорттарҙың ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен аңлатҡан. Кеше үҙенең тирә-яғындағы күренештәрҙе һынландырған. Һәр кем үҙ тамғаһын һалырға тырышҡан. Әйтәйек, бөрйән ырыуы вә “ҡояш” символын ҡулланған.
Һуғыш ваҡытында селтәр-ҡашмауҙарҙы халыҡтан йыйғандар. Бер селтәр (һаҡал, яға, түшелдерек) – бер танк хаҡы торған. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында 1936 йылда коллективлаштырыу осоронда трактор һатып алыу өсөн ошо көмөш тәңкәләрҙе, беләҙектәрҙе килолап тапшырғандар... Көмөш тәңкәләр ни тиклем күберәк булһа, ул ғаиләнең шул тикллем етеш йәшәүен күрһәткән.
Борон беҙҙең өләсәйҙәр бер нәмәне лә урынһыҙ ҡулланмаған. Мәҫәлән, тәңкәләрҙең сыңынан ен-шайтандар ҡурҡа тигән ышаныу йәшәп килгән. Иң беренсе ҡатын-ҡыҙ килә ятҡаны ишетелә, унан үҙе килеп инә. Ҡортбаш күҙ тейеүҙән һаҡлай. Яман күҙ инеп, сығып китһен өсөн ҡортбаштың арт яғында мотлаҡ тишек булырға тейеш. Шуға ла ҡашмау йәки селтәргә теккәндә ҡортбашты тишеү мотлаҡ. Ҡыҙҙар менән аралашҡанда уларҙың шул тиклем халыҡ хазинаһын һаҡсыл булыуына, тарихты яҡшы белеүенә һоҡланып туйғыһыҙ!
Гөлсөм Урал ҡыҙы иһә – Ейәнсура районы Иҙәш ауылынан, үҫәргән ырыуы ҡыҙы. Сибайҙа Өфө сәнғәт училищеһы филиалындағы рәссам-һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған. Буласаҡ тормош иптәше (Стәрлетамаҡ Рус драма театры актеры) Артур Ишмөхәмәтов менән улар тап шул йылдарҙа Сибайҙа таныша. Хәйер, был юлы мин Гөлсөмдөң ғаилә хәле тураһында түгел, ә эске күңел донъяһы тураһында һөйләмәксемен.
Гөлсөм үҙенең килен булып төшөүе тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Баймаҡ яғында әле лә килен төшөргәндә кейәү яғынан төрлө милли биҙәүестәр, милли кейемдәр менән һандыҡ бирәләр икән. Һандыҡты алдан оҫтаға заказ биреп яһатып, әҙерләп ҡуялар. Никахта Алдар батыр тоҡомонан булған кейәү кәләшенә өләсәһенән ҡалған ҡомартҡылар, элек-электән йыйған көмөш тәңкәләр менән һандыҡ бүләк иткән.
- Ул яҡта килен төшөргәндә “Килен һөйөү” йолаһы әле лә яҡшы һаҡланған, - тип һөйләй Гөлсөм. - Туй ваҡытында кейәү яғынан берәйһе киленде алға сығарып ултыртып, матур һүҙҙәр әйтеп, сеңләп, йырлап селтәр (түшелдерек) бүләк итә. Шулай уҡ мәһәр, ҡалым биреү йолалары ла онотолмаған. Мәһәр – ҡыҙҙы егет хәҙерге хаҡ менән 20-30 мең тирәһе аҡса биреп түләп ала. Ҡалым биргәндә ата-әсәләр үҙ-ара килешеп байтаҡҡа ҡыйбатыраҡ хаҡ түләп ала.
Гөлсөм, милли биҙәүестәр эшләүҙән тыш, футболкаларға милли орнаменттар һалыу менән дә шөғөлләнә. Был эшкә өс йыл тирәһе элек тотонған.
- Луиза менән тәүҙә үҙебеҙҙең балаларға тип кенә эшләй башлағайныҡ, кешеләр күргәс, оҡшатып, заказдар бирә башланы. Уны беҙ туҡымалар өсөн махсус булған акрил буяуҙар менән эшләйбеҙ. Был тәбиғи буяу тиҙ генә юйылып та, уңып та бармай. Бер футболкаға биҙәк һалыр өсөн бер көн кәрәк. Сөнки ул – ифрат мәшәҡәтле, теүәллек талап итә торған ҡул эше, ваҡ, ентекләп эшләй торған эш. Ошоға бәйле оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Ишембайға, Мәләүезгә барып үткәрҙек, - ти Гөлсөм. - Ишембайҙағы махсус училищеға барып, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек. Уларға бик оҡшаны.
- Рухташ, фекерҙәш ғаиләләр менән аралашабыҙ. Күрше-тирәләге бер-нисә ғаилә бергәләп балаларҙы төрлө шөғөлдәргә өйрәтәбеҙ, бер көн – беҙҙә, икенсе көн уларҙа шөғөлләнәбеҙ. Өйҙә балаларҙы һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрәбеҙ, инглиз телен өйрәтәбеҙ. Шәхси балалар баҡсаһы һымағыраҡ, 5-6 ғаилә шулай бере-береһе менән аралаша. Инглиз телен өйрәнгәндән һуң бер аҙ ял итеп алғас, балаларҙы ашатып, икенсе шөғөлгә тотонабыҙ. Улар килеүгә тәмлекәстәр бешереп ҡуябыҙ. Һеңлем Гөлназ дөрөҫ яҙыу оҫталығына, нисек итеп ручка тоторға һ.б. өйрәтә, ә мин рәсем дәрестәре үткәрәм. Бына шундай милли, мәҙәни мөхит булдырылған. Балалар барыһын да күреп үҫә. Баланы “Бында ҡағылма, ул әйбергә теймә!” тип тәрбиәләргә ярамай, өйҙә ижади бола булырға тейеш. Үтә ныҡ йыйыштырылған өйҙөң ҡото булмай, - тип үҙенсәлекле тәрбиә эшенең серҙәрен дә сисеп алды редакциябыҙ ҡунағы.
Башҡорт әкиәте геройҙары менән киңерәк даирәлә аниматорҙар асырға тигән теләктәре бар икән Гөлсөмдөң. “Кеше туған телендә фекерләргә, гендар кимәлендә үҫешергә тейеш” тигән ҡарашта ул.
Бына шундай аҫыл ҡыҙҙар, милләтебеҙҙе күтәрерҙәй дан ғаиләләр йәшәй беҙҙең Стәрлетамаҡта! Йәшәү мәғәнәһен, бәхет серен улар милли йолаларыбыҙҙа, тамырҙарыбыҙҙа тапҡан. Матур йәшәргә, эшләргә бына кемдән өйрәнергә, өлгө алырға була, тип әйтмәксемен.