Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2020, 10:30

Рәсәй лидерҙары араһында - Башҡортостан кардиохирургы

#миллипроекттар#төбәкпроекттары “Рәсәй лидерҙары-2020” конкурсының “Һаулыҡ һаҡлау”ҙы махсуслаштырыу финалында 28 еңеүсе билдәләнде.

Ярыштар 5 мартҡа тиклем Мәскәүҙә үтте. Ярым финалда Рәсәйҙең 54 төбәгенән - 237 кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан туғыҙ кеше ҡатнашты. Ә финал ярыштарында - 100 кеше, беҙҙең республиканан медицина өлкәһенән дүрт ҡатнашыусы көс һынашты. Дистанцион этаптың һөҙөмтәләрен раҫлау өсөн конкурсанттар проблемалы-аналитик эшлекле уйында, оҫталыҡ кластарында ҡатнашып, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын үҫтереү буйынса стратегик сессия барышында тәҡдимдәр әҙерләне.

«Рәсәй лидерҙары - 2020» конкурсының «Һаулыҡ һаҡлау» номинацияһында 28 кеше еңеү яуланы. Улар араһында Республика кардиология үҙәгенең хирургия һәм юғары технологиялы медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге мөдире Богдан Олейник та бар. Ул 2003 йылда БДМУ-ны тамамлаған, интернатуранан һәм клиник ординатуранан һуң Республика кардиология үҙәгенең өлкән кардиология бүлегенә табип-кардиохирург булып эшкә урынлашҡан.

«Башинформ».

Фото: «Башинформ».

Читайте нас: