Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март 2020, 10:30

Балалар һаулығын хәстәрләп

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБыйыл республика биш “Аксион” дефибрилляторы һатып алған.

Уларҙың дүртәүһе Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһының педиатрия бүлектәренә бирелһә, берәүһе Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына оҙатылған. Был медицина ҡорамалдары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынған.

Бындай дефибрилляторҙар менән республикала барлыҡ ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү бригадалары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары йыһаздандырылған, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Читайте нас: