Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2020, 10:30

БР ЭКОЛОГИЯ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ АГРАР УНИВЕРСИТЕТЫ МЕНӘН ЭКОЛОГИЯ ӨЛКӘҺЕНДӘ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ТУРАҺЫНДА КИЛЕШЕҮ ТӨҘӨНӨ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Урал Искәндәров юғары уҡыу йортонда үткәрелгән фәнни конференция сиктәрендә студенттар менән осрашты.

Осрашыу барышында Урал Искәндәров республикала “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ сараларға туҡталып үтте.
- Күмәк көс менән “Экология” милли проектының өҫтөнлөклө бурыстарын үтәү өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә заманса инфраструктураны, экология мониторингы системаһын үҫтерергә, эре сәнәғәт предприятиеларын яҡшыраҡ технологияларға күсерергә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын индерергә кәрәк. Бының өсөн бөтә өлкәлә лә эҙмә-эҙлекле эш алып барыу зарур. Сөнки маҡсатыбыҙ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, тәбиғәт байлыҡтарын рациональ файҙаланыуға һәм уны киләсәк быуынға һаҡлауға йүнәлтелгән, - тип билдәләне министр.
Шулай уҡ “Өфө ҡалаһын йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы генераль директоры урынбаҫары Ринат Биккинин студенттарға Аграр университеттың “Студенттар ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу яҡлы” экология проектына ҡушылыуы тураһында хәбәр итте.
- Был әле ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға тәүге генә аҙым. Проект әүҙем үҫер һәм күмәк көс менән беҙ таҙа һәм имен мөхиткә хоҡуғыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, - тине ул.
Осрашыу һуңында ике яҡ экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был “Экология” милли проектының төбәк проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн булышлыҡ итәсәк.
- Үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш йәш белгестәрҙе әҙерләгәндә экология йүнәлешен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, сөнки тәбиғәтте һаҡлау темаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар бөгөнгө көндә бигерәк тә күп, - тине Урал Искәндәров.
Осрашыу һуңында фәнни конференцияға йомғаҡ яһалып, алдынғы студенттарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Фото: БР Экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас: