Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 10:30

Монголия менән хеҙмәттәшлек нығына

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостандың бизнес һәм рәсми вәкилдәре Улан-Баторҙа монгол партнерҙарыбыҙ менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

Республика делегацияһы Рәсәйҙең Монголиялағы сауҙа вәкиле Максим Васильев менән осрашып, хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышҡан. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек перспективалары ярайһы яҡшы, сөнки Монголияла Рәсәй тауарҙарына һорау ҙур.
Осрашыу барышында 25-тән ашыу һөйләшеү алып барылған. Монголдар беҙҙең агросәнәғәт продукцияһы һәм балалар аяҡ кейеме менән ҡыҙыҡһынған. Бынан тыш, ағас-полимер композит материалдар, елем һәм резина ҡатнашмалар етештереүсе компаниялар ҙа хеҙмәттәшлек итеүе ихтимал.
Башҡортостан вәкилдәренең сит илдәр менән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына бәйле, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: