- Бындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары бер төрлө проект буйынса төҙөлгән, - тип хәбәр итәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. - Уларҙың һәр ҡайһыһында фельдшер һәм процедура, акушер, санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Унда һыуыҡ һәм йылы һыу, канализация, электр уты, елләтеү системаһы үткәрелгән.
Яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункттарында йәш белгестәр – ирле-ҡатынлы Сальмаевтар эшләйәсәк. Улар Мәсетле районына “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 2020 йылда республикала 72 авария хәлендәге ФАП-тарҙы яңыртасаҡтар.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.