Йәмәғәт Фонды фекерен (ФОМ) тикшереү коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү эшендә проблемалар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) полигондары һәм сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәр шуны күрһәтте: Рәсәй халҡы «сүп-сар реформаһы» барышы артынан ныҡлы күҙәтеп бара һәм сүп-сар йыйыу һәм утилләштереү өлкәһендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрә.
Респонденттар шул уҡ ваҡытта реформа барышында килеп тыуған проблемаларҙы ла билдәләй, мәҫәлән, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн гел генә мөмкинселек булмай.
Асыҡ һорауға яуаптар йыш ҡына сүп-сар менән проблемалар контейнерҙарҙың ныҡ тултырылыуы һәм ваҡытында сығарылмауына барып ҡағыла. Бынан тыш, халыҡ РСО-ны (ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар) индереү эше әле тиҙ генә яйға һалынмай тип хафалана. ФОМ, үҙ йәһәтендә шулай тип яуап бирә: «Айырым йыйыу юҡ. Контейнерҙарҙың атамалары бар, әммә эшселәр барыбер барыһын да бер өйөмгә ауҙара».
Респонденттарҙың өстән бер өлөшөнөң күбеһе яҡындағы сүп полигонының йәки ябыҡ сүплектең улар йәшәгән ерҙә экологик хәлгә йоғонтоһон тоя.
Һорау алған халыҡтың 72 проценты «йоғоноһон тоймайым» тигән вариантты һайлаған. Халҡы 50 меңдән алып 250 меңгә яҡын булған ҡалаларҙа йәшәүселәр араһында яҡындағы сүплек ҡамасаулай тип уйлаусылар 28 проценттан саҡ ҡына ашыуыраҡ.
Сүплектәрҙән (Сүп-сар полигондарынан) уңайһыҙлыҡтарға килгәндә, респонденттарҙың 9 проценты «һаҫыҡ еҫ сыға», 5 проценты «сүп яндырғандан төтөн, көйөк еҫе сыға» һәм 4 проценты «сүплек тирәләй сүп-сар ята» тип иҫәпләй.
Шуныһы ҡыҙыҡ, сүп сығарыуға тариф күләмен проблемаға һанаусылар ни бары 3 кенә процент. Шулай ҙа яңы «сүп-сар» тарифын баһалағанда граждандарҙың 41 проценты сүп сығарыу хаҡы күтәрелде тип, 49 проценты ярарлыҡ тип билдәләгән.
Коммуналь ҡалдыҡтар менән мөғәмәлә итеүгә бәйле «Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына битараф ҡалыусылар» вариантын ни бары 1 процент һайлағн.
Шуның менән бергә, 2019 йылдың октябрендәге «ФОМнибус» мәғлүмәттәре буйынса илдәге халыҡтың 35 проценты граждандар үҙҙәре йәшәгән урында экология торошона яуаплылыҡ тоторға тейеш тип иҫәпләй, һәм ни бары 5 кенә проценты асыҡ һорауға яуап биргәндә тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреү маҡсатында сүп-сарҙы сорттарға айырырға һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә тапшырырға кәрәк тип күрһәткән.
Дөйөм алғанда, халыҡ “Экология” милли проекты үтәлеше менән ҡәнәғәт.