Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. “Һөт биҙендәге яман шеш осраҡтарында радикаль мастэктомия” темаһына уҙғарылған тәжрибә уртаҡлашыуға Республика онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, юғары категориялы онколог Марат Ғәлиев та килде.
Сара барышында ике радикаль операция ҙур уңыш менән үтте. Марат Ғәлиев 1-се клиник дауахананың онкология бүлексәһендә халыҡҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелеүен билдәләне. Бындай тәжрибә майҙансыҡтары ойоштороу бик файҙалы, тиҙәр табиптар.
Республикала ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, кадрҙарҙың белемен камиллаштырыуға, һөнәри кимәлен арттырыуға айырыуса иғтибар бирелә.