Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2020, 10:30

СТӘРЛЕ БУЙЫ ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрле йылғаһы буйын (Хоҙайбирҙин урамынан алып 23-сө Май урамына тиклем) йәшелләндереү проекты буйынса семинар үтте. Был проект әлеге программа сиктәрендә халыҡтың күпселек тауышы менән һайлап алынғайны. Проекттың хаҡы 80 миллион һум тәшкил итә.

– 14 февралдә халыҡ менән осрашҡанда Стәрле йылғаһы буйы биләмәләрен проектлау буйынса беҙ йәмәғәтселек бурыстарын билдәләнек, әле проект концепцияһы булдырылып, бөгөн концепцияның презентацияһы һәм фекер алышыу бара, – тип билдәләп китте сараның мәғәнәһен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Заһир Алсынбаев.
Сарала илленән ашыу кеше (ҡала хакимиәте вәкилдәре, студенттар, ирекмәндәр, эшселәр, пенсионерҙар, эшҡыуарҙар) ҡатнашты. Командалар ярышы форматында үткән фекер алышыу ваҡытында яр буйында парк булдырырға, мини-стадион төҙөргә, китаптар менән уртаҡлашыр өсөн урын булдырырға, һүрәт төшөрөр өсөн, эттәрҙе йөрөтә торған махсус урын бүлергә тәҡдим иттеләр. Хатта балыҡ тоторға, йога менән шөғөлләнергә теләүселәр ҙә табылды. Ғәмүмән, Башҡортостан ҡа-лаларын үҫтереү институты, “ДМ проект” Өфө архитектура бюроһы вәкилдәре мөһим биләмәне үҫтереүгә ҡала халҡынан техник күрһәтмә алды. Йылға буйҙарын матур сағына ҡайтарырға, яр буйында футбол, волейбол уйнар өсөн майҙансыҡтар, эскәмйәләр ҡуйырға тигән тәҡдимдәр ҙә алды.
– Яр буйына ағастар ултыртып, шишмәләрҙе тергеҙергә була, – тине эколог Рәсүл Хәмзин. Тик был осраҡта БР Урман хужалығы министрлығы белгестәре менән кәңәшләшеп, ҡайһы ағас-ҡыуаҡтарҙы ултыртҡанда отошлораҡ булыуын белеү зарур.
Киләһе осрашыу өс аҙнанан һуң үткәреләсәк. Шуға күрә концепцияға үҙгәрештәр индерергә ҡала халҡының, бигерәк тә Стәрле йылғаһы буйында йәшәүселәрҙең ваҡыты бар әле. Эшҡыуарҙарҙы проект ҡыҙыҡһындырырҙай. Бары тик өҫтәмәләр индерергә генә кәрәк.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: