Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Март 2020, 10:30

Юғары тиҙлекле интернет - һәр социаль учреждениеға

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, республикала социаль учреждениеларға юғары тиҙлекле интернет үткәреү дауам итә.

Былтыр декабрь айында “Мәғлүмәт инфраструктураһы” проектының тәүге этабы тамамланды. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда йөҙәрләгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәһе хакимиәттәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлексәләре оптик-сүс селтәргә тоташтырылды. Быны “Башинформсвязь” йәмғиәте башҡарҙы.
Был йүнәлештәге эштәр быйыл да дауам итә. “Башинформсвязь” йәмғиәте республиканың 536 ауыл һәм ҡалаһында тағы ла 888 социаль учреждениены юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш алып бара. Ошоға ярашлы 431 мәғариф учреждениеһы, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы 22 бүлексәһе һәм дүрт һайлау комиссияһы участкаһы интернетҡа тоташтырыласаҡ.
“Башҡортостан социаль әһәмиәтле объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә килә. Юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан социаль объекттарҙың 92 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһе интернетты ҡулланыу мөмкинлегенә тәүге тапҡыр эйә булды", - тип билдәләне “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алферов.
2021 йыл аҙағына тиклем 1514 ҡалала һәм 2774 ауылдағы социаль учреждение юғар тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ.
Фото: ufanet.ru
Читайте нас: