Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2020, 10:30

“Махсус автохужалыҡ” биш яңы техника һатып алды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыӨфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһына махсуслаштырылған биш автомашина ҡайтарылды.

Был техника башлыса эре ҡалдыҡтарҙы тейәп алып барыу, бушатыу өсөн уңайлы. Тар урамдарҙа, ихаталарҙа, тыҡрыҡтырҙа ла эшләргә була. Автомашиналар бар яҡлап та ҡулайлы тип баһалай белгестәр.
Автопарк ошондай яңы техника менән даими тулыландырылып торасаҡ, ти предприятиеның матбуғат секретары Андрей Яматин. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән тармаҡта ҙур үҙгәрештәр көтөлә: инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар индерелә, автомобиль паркы һәм башҡа ҡорамалдар яңыртыла.
Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеү тармағы 90 берәмек махсус техника һатып алған.
Экология” милли проектына ярашлы, был өлкәне яңыртыу хеҙмәт сифатын арттырыуға ла, экология күрһәткестәрен яҡшыртыуға ла ярҙам итә.
Фото “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы сайтынан алынды.
Читайте нас: