Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2020, 10:30

“Ауыл уҡытыусыһы”на – бер миллион!

#миллипроекттар#төбәкпрjекттары#БашҡортостанпроекттарыБыйыл ауылға, ҡасабаларға һәм халҡы 50 меңгә яҡын булған бәләкәй ҡалаларға эшкә килеүсе республиканың 55 уҡытыусыһы дөйөм белем биреү ойошмаһы менән 5 йыллыҡ хеҙмәт килешеүе шарттарында бер миллион һум аҡса аласаҡ.

Мәғариф һәм фән министрлығы республикала “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса конкурсҡа һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.
"Ауыл уҡытыусыһы" маҡсатлы программаһы Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Программаға индерелгән вакантлы вазифалар исемлеге менән Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында, программаның федераль порталында танышырға мөмкин. Ауылдарҙа химия, сит телдәр, математика, биология һәм башланғыс кластар уҡытыусылары етешмәй.
Проектта юғары һәм урта һөнәри белеме булған 55 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларға аҙнаһына 18 сәғәттән дә кәм булмаған эш ваҡыты менән биш йыл эшләргә кәрәк буласаҡ. Әммә бала менән декретта ултырған йылдар иҫәпләнмәй.
Республикала ғаризаларҙы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының төбәк операторы - Мәғарифты үҫтереү институты ҡабул итә: электрон рәүештә нотариаль раҫланған күсермәләрҙе электрон почта адресына ([email protected]) ебәрергә йәки Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 204-се бүлмәгә килтерергә мөмкин. Ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон: 8 987 58 45 776.
Фото: Gorodok-tlt.ru
Читайте нас: