Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2020, 10:30

Башланғыс ыңғай һөҙөмтәләр бирә

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБашҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өҫтөндә эшләгән предприятиелар араһында Стәрлетамаҡтан “Синтез-Каучук” һәм “Стерх” йәмғиәттәре лә бар.

“Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 2016 йылдан башлап предприятиела етештереүҙең күләмен һәм сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә байтаҡ эш атҡарылған. Уҙған йылда “Синтез-Каучук” хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәшғүллекте хуплау буйынса төбәк программаһына ҡушылды. Эште ойоштороуҙың камиллаша төшөүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына килтерҙе.Башланғыс бөтә йәһәттән дә ыңғай һөҙөмтәләр бирә, тигән фекерҙә “Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Морозов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына Стәрлетамаҡ икмәк заводы ла ҡушылды. Уның “Стерх” тип аталған сауҙа маркаһы күптәргә яҡшы таныш. Ризыҡтың сифатын етештереү-технология лабораторияһы даими күҙәтеүҙә тота. “Стерх” көн һайын 2000 самаһы сауҙа нөктәһенә икмәк һәм икмәк ризыҡтары ташый.
Әйткәндәй, Башҡортостандың 40-лап пред­приятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнаша. Улар өсөн мөмкинлектәр ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусы 50 миллион һумдан алып 300 миллионғаса өҫтөнлөклө займ алыуға һәм “Экспорт акселераторы” программаһы сиктәрендә предприятиелар продукцияларын сит илдәргә һатыуҙа өҫтөнлөктәргә эйә була.
Читайте нас: