Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Март 2020, 10:30

Урмандарҙы һаҡлауға – 6,6 миллиард һум

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 6,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Был хаҡта “Рослесхоз” етәксеһе урынбаҫары Михаил Клинов Мәскәүҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы вәкиллегендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Был федераль проект “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Бүленгән аҡсаның 2,4 миллиард һумы урмандарҙы тергеҙеү майҙандарын арттырыуға, 3,2 миллиард һумы – янғынға ҡаршы техника һатып алыуға, 650 миллион һумы – урман хужалығы техникаһын һатып алыуға, 41 миллионы – ағас орлоҡтары запасын әҙерләүгә, ә урмандарҙы тергеҙеү фондын ҡорамалландырыуға 317 миллион һумдан ашыу тотоноласаҡ.

Михаил Клиновтың һүҙҙәре буйынса, “Рослесхоз” 1,1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда урмандарҙы тергеҙеүгә ирешергә тейеш.

Фото: spo.zabedu.ru


#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин


Читайте нас: