Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән һәр муниципалитетта эшҡыуарҙар ихтыяждарын яҡлаусы бизнес-шерифтар булдырылды.
Әйткәндәй, үҙ эштәрен асыусы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн былтыр Өфөлә “Минең бизнесым” үҙәге асылды. Унда дәүләт хеҙмәттәренең барлыҡ төрҙәрен, консультациялар, микрозаймдар алырға, шәхси эшҡыуарҙы йәиһә юридик берәмекте теркәргә мөмкин. Стәрлетамаҡта ла бизнес үҙәге асылды. Нефтекамала ла ошондай уҡ үҙәк асыу планлаштырыла.