Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2020, 19:54

Белорет районында яңы амбулатория асылды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБелорет районының Ломовка ауылында яңы амбулатория асылды.

Амбулатория бер быуаттан ашыу элек төҙөлгән бинала урынлашҡан булған. Бында бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмаған. Республика Башлығы Радий Хәбиров йыл ярым элек эш сәфәре менән Белоретҡа килгән саҡта, бындай шарттарҙа кешене дауалау мөмкин түгеллеген күреп, ауыл халҡына яңы амбулатория төҙөргә вәғәҙә бирҙе. Вәғәҙә үтәлде: ошо көндәрҙә Ломовкала яңы бинаны асыу тантанаһы үтте.

Бар уңайлыҡтары булған модулле амбулатория элеккеһенә ҡарағанда дүрт тапҡырға ҙур, йәғни майҙаны 400 квадрат метрға тиң. Ололар һәм балалар өсөн айырым урындар ҡаралған. Ошонда уҡ стоматология кабинеты ла бар, ә быға тиклем ундай хеҙмәт күрһәтелмәгән. Халыҡты алты медицина хеҙмәткәре ҡабул итәсәк.

Билдәле булыуынса, Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, ауылдарҙа бөтә уңайлыҡтары булған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыу дауам итә.

Фото: "Бәйләнештә".

Башҡортостан” гәзитенән.

Читайте нас: