Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2020, 10:30

Стәрлетамаҡта ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 138,7 миллион һум бүленә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспублика етәкселеге “Башҡорт ихаталары” программаһы бюджетын ҡыҫҡартмаясаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә ихаталар биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүгә 138,7 миллион һум йүнәлтәсәк. Был аҡса 21 адрес буйынса эштәр башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән, тип билдәләнгән дәүләт күпләп һатып алыу порталында. Подрядсыны һайлап алыу аукционы 10 апрелгә тәғәйенләнгән, ә заявкалар ҡабул итеү бер көн алдан тамамлана.

Эште башҡарыусы, һәр хәлдә, автотранспорт өсөн парковка, сәскә түтәлдәре урындары, тротуарҙар, балалар һәм спорт, контейнерҙар майҙансыҡтары төҙөргә, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән тәьмин итергә, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырырға тейеш. Эште 2020 йылдың 31 авгусына тамамларға кәрәк, тиелә аукцион документында.

Кесаҙна көндө үткәрелгән брифингта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдус Мамаев, республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлау туҡтатылмаясаҡ, финанслау ҙа ҡыҫҡартылмаясаҡ, тип белдерҙе.

- Эштәр 1 майҙан да һуңға ҡалмайынса башланырға тейеш, әле муниципалитеттарҙа эште башҡарыусыларҙы һайлау буйынса конкурстар үткәрелә, - тип билдәләне ул.

Өфө РБК компанияһы алдан хәбәр итеүенсә, 2020 йылда “Башҡорт ихаталары”на 2 миллиардҡа яҡын аҡса бүлеү ҡаралған. Был программа республика һәм урындағы бюджет, шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән милексе-граждандар аҡсалары иҫәбенән 94 процент, 5 процент һәм 1 процент нисбәтендә финанслана.

Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.

Фото: РБК Уфа.

Читайте нас в