Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2020, 11:00

Республика предприятиелары һынатманы

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостанда уҙғарылған “Йыл экспортеры” конкурсында республика предприятиелары һынатманы һәм финалда мәртәбәле урындар яуланы.

Быйыл конкурста республиканан 28 компания ҡатнашты. Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнде. Мәҫәлән, “Агросәнәғәт комплексында йыл экспортеры”, “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә йыл экспортеры”, “Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияларында алдынғылар билдәле булды.

Еңеүселәрҙе билдәләгәндә экспортҡа оҙатылған продукцияның йыллыҡ күләме, тауарҙар исемлеге, экспорт географияһы иҫәпкә алынды.

Йыл экспортеры” конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас: