Ашҡаҙар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2020, 10:30

Урман хужалыҡтарында янғынға ҡаршы күнекмәләр башланды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспубликала урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмәләр башланды. Уны биш урман хужалығы биләмәләрендә үткәреү ҡаралған.

Шундай сараның тәүгеһе Әлшәйҙә үтте. Күнекмәлә ҡаралғанса, урман фондының 0,2 гектарында янғын осрағы теркәлә. Был хаҡта Әлшәй урман хужалығының диспетчер хеҙмәте аша республиканың Урман хужалығы министрлығына хәбәр ителә. Ут сыҡҡан урынға тиҙ арала 48 ҡотҡарыусы ебәрелә, туғыҙ берәмек техника йәлеп ителә. Уҡыу күнекмәләрендә Әлшәй, Бәләбәй, Иглин, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Маҡар, Туймазы урман хужалыҡтарынан вәкилдәр ҡатнашты.

Бындай күнекмәләр техниканың, белгестәрҙең әҙерлеген тикшереү өсөн кәрәк. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Күнекмәләр ошо яҡтан әһәмиәтле. Шулай ҙа, әлбиттә, янғынды һүндереүгә ҡарағанда ут сығыуға юл ҡуймау күпкә мөһим. Шуға күрә тәү сиратта күҙәтеү системаһын камиллаштырырға, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.

Әлеге күнекмәлә ҡатнашҡандар ҡуйылған бурысты тулыһынса аҡланы, урман янғындарына әҙер булыуын күрһәтте. Ошондай уҡ күнекмәләрҙе яҡын арала Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Салауат урман хужалыҡтарында үткәреү ҡарала.

Был эштәрҙең барыһы ла “Экология” милли проектына ярашлы, янғындарға ҡаршы көрәш һәм урманды тергеҙеү буйынса бурыстар планы нигеҙендә алып барыла.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас в