Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университеты 75 белгеслек һәм бакалавриат йүнәлештәре буйынса уҡырға ҡабул итә, шуларҙың 43-ө - ситтән тороп уҡыу буйынса.
Уҡырға инеү өсөн документтарҙы онлайн режимда тапшырырға мөмкин. Бының өсөн уҡыу йортоноң сайтына инеп, "Ғариза бирергә теләйһегеҙме? Теркәлегеҙ!" тигән төймәгә баҫып, артабан тейешле урындарҙы тултырып, шәхси кабинет булдырырға кәрәк.
Фото: mgazeta.com сайтынан.