Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Апреля 2020, 08:45
Ҡала мөхитенән ҡәнәғәтһегеҙме?
Башҡортостанда ҡала мөхите менән ҡәнәғәтлек тураһында онлайн-һорау алыу старт алды. Анкета һорауҙарында ҡала мөхитен төҙөкләндереү һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите сиктәрендә йәмәғәтселек фекерҙәрен белеү” темалары урын алған.
“Беҙ 2017-2019 йылдарҙағы проекттарҙа ҡатнашҡан республика халҡын проект һөҙөмтәләре хаҡында үҙ фекерҙәрен белдереүҙе һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Көсөргәнешле эпидемиологик хәлгә һәм коронавирус менән көрәш буйынса күрелгән сараларға таянып, беҙ һорауҙарҙы онлайн-тауыш биреү режимында үткәрергә ҡарар иттек”, - тип хәбәр итә партия проектының төбәк координаторы Елена Родина.
Һорауҙарға
https://forms.gle/JJAYgynNQqhPFFnm8
һылтанмаһында яуап бирергә була. Унда төҙөкләндереү, проектта ҡатнашыу, уның мөмкинлектәре, йәмәғәтселектә фекер алышыу тураһында һорауҙар индерелгән.
Халыҡтан алынған яуаптар бер системаға һалынып анализланасаҡ һәм был мәғлүмәттәрҙе федераль кимәлгә ебәрәсәктәр.
Шуныһын да иҫкә төшөрөп үтеү урынлы булыр: “Ҡала мөхите” партия проекты Башҡортостан Республикаһында 2017 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фәҡәт ошо проектҡа ярашлы, республикала 1200-ҙән ашыу ихата һәм 350 йәмәғәтселек урыны төҙөкләндерелгән, шулай уҡ күп фатирлы йорттпрҙың 3382 подъезына ремонт үткәрелгән. Ә был иһә тормош алға бара тигән һүҙ.
Читайте нас