Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель 2020, 10:30

Теш дауалауға – яңы аппарат

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыОшо көндәрҙә Ишембай район үҙәк дауаханаһына һанлы ортопантомограф ҡайтартылды. Был аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ.

Республика дауаханаларын юғары технологиялы медицина ҡоролмалары менән тәьмин итеү БР Башлығының “Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклем стратегик йүнәлештәге социаль-иҡтисади үҫеше” ҡарарына ярашлы, медицина ойошмаларының һәм стоматология кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыу бурыстарын үтәү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.

Заманса яңы аппарат тештәрҙең сәләмәтлеген тулыһынса һаҡлау, уларға дөрөҫ диагностика үткәреү өсөн уңайлы һәм бик тә кәрәкле. Ул бигерәк тә ауыҙ ҡыуышлығын бар тулылығында төшөрөү мөмкинлегенә эйә булыуы менән әһәмиәтле.

Әйткәндәй, бындай һанлы ортопантомограф аппараты быға тиклем Октябрьский ҡала дауаханаһына ҡайтарылған. Сиратта — Белорет район һәм Сибай ҡала дауаханалары. Былар барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан” гәзитенән.

Фото: БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Читайте нас