Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумихин әйтеүенсә, был иң сифатлы интернет буласаҡ. Ҡала мәктәптәрендә ул секундына – 100, ауылдарҙа 50 мегабит тиҙлек менән эшләйәсәк. Был эш 2021 йылда тамамланырға тейеш.
Бөгөнгө көндә 1318 мәктәптең бары тик 93-өндә генә интернет бар. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 1,8 триллион һум аҡса бүленәсәк.
Фото: zen.yandex.ru