Ремонт эштәре яҙын ҡар иреү менән башлана. Сөнки ҡышын температураның ҡапыл үҙгәреп тороуы юлдарҙың боҙолоуына, соҡорҙар хасил булыуға килтерә. Шуның өсөн юл хеҙмәткәрҙәре эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, соҡор-саҡырҙарҙы ямауға тотондо ла инде.
Шулай уҡ юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында республика Башлығының оператив кәңәшмәһендә лә мәсьәлә күтәрелгәйне. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу тураһында белдерҙе.
Ҡалала Бабушкин, Техниктар, Ҡара диңгеҙ, Салтыков-Щедрин, Хоҙайбирҙин, Өфө тракты, Ленин проспектында, шулай уҡ Ағиҙел һәм Стәрле йылғалары аша һалынған күперҙә, йәғни 95, 9 кв. м. майҙанда юлдар ремонтланасаҡ.
Әйткәндәй, юлдарҙағы етешһеҙлектәр, соҡорҙар тураһында “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһына яҙып ебәрә алаһығыҙ.